«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Август. Кино. Ҡан ҡойош



05.09.2016 Август. Кино. Ҡан ҡойош

Август. Кино. Ҡан ҡойош
Бар донъяны өтөп алып барған ҡыҙыу көндәре менән әҙәм балаһының зитына тейгән август айы ла ҡапҡаһын япты. Сентябрь нисек булыр, был хаҡта хатта синоптиктар ҙа өҙөп кенә әйтә алмай. Ә бына ғинуарҙа уҡ старт алған Кино йылына ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһарға була шикелле.

Мин бер: “Беҙ ниндәйҙер йылды иғлан итәбеҙ ҙә, аҙаҡ, ҡағиҙә булараҡ, ҡышҡа аяҡ баҫҡанда уға йомғаҡ яһайбыҙ. Тантаналы саралар ойошторабыҙ, яңғырауыҡлы тостар әйтәбеҙ, маҡтаулы исемдәр бирәбеҙ”, – тип әйткәйнем шикелле. Әле лә тап шулайыраҡ булды, ахырыһы.
Иртән тороп телевизорҙы тоҡандырҙым да, “зәңгәр экран” аша балалар өсөн күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙе барлап сыҡтым. “Мульт” каналы кескәйҙәргә “Томас һәм уның дуҫтары” фильмын тәҡдим итә ине. Исеменән үк аңлашыла инде – фильм сит илдеке. “Jim-Jam” каналында шаҡмаҡ кәүҙәле ҡуяндар үҙ-ара нимәлер бүлешә алмай ҡым-ғырыз килә. Йәнһүрәт “Боч” тип атала. “Nickelodeon” кескәй дуҫтарыбыҙҙы “Губка Боб”ы менән алдаштыра. “Nick Jr” (“Nickelodeon” каналының ҡушымтаһылыр, моғайын) күрһәткән йәнһүрәттең төп геройы – аҡһаҡ сусҡа фильмдың башынан аҙағына ҡәҙәре башҡа кейектәрҙән хәжәтхана һорап йонсотто. Ҡалған каналдар хаҡында яҙып тормайым. Уларында ла шул уҡ балыҡ башы.
Өлкәндәр өсөн нәфис фильмдарға күҙ йүгертергә лә өлгөрҙөм. “Киносемья” каналын асыуым булды, төҫ-башҡа арыу ғына ир уҙаманы эргәһендә уралған ханымды йыға һуҡты. Һуғыш-үлтерештән ялҡҡан күңелем нәзәкәтлек эҙләгәнгә, каналды икенсегә бора һалдым. Сираттағы канал “Мужское кино” тип атала ине. Уны ла оҙаҡ ҡарай алманым. Йәнә бер көслө зат, ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, күҙҙәре аларып торған һары сәсле ханымдың танауын ҡанатҡансы һелтәп ебәрҙе. Быныһы үҙенә күрә джентльмен да икән әле. Теге ханымды йәлләне, ахырыһы, танауынан сөбөрләп аҡҡан ҡанды биттәренә, күҙҙәренә буяп, шашып үбергә тотондо. Был ваҡытта “Киномекс” каналында аҡ тәнле ир менән усаҡта ултырып ҡарайған ҡаҙан төбө төҫөндәге сүл ғәрәбе аҡса муҡсаһын бүлешә алмай ҡанға туҙыша ине. “Русский бестселлер” каналында ғына үҙебеҙҙең фильмға тап булдым. Уныһы ла бынан бер нисә йыл элек төшөрөлгән “Бандитский Петербург” булып сыҡты.
Бына шулай, йәмәғәт. Кем әйтмешләй: “Приятного просмотра!”.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға