«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Йәшлек”. Йәштәр. Ҡырым.



18.08.2016 “Йәшлек”. Йәштәр. Ҡырым.

“Йәшлек”. Йәштәр. Ҡырым.Иртәгә, 19 августа Ҡырым ярыутрауының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан “Бакальская коса” паркында «Таврида-2016» Бөтә Рәсәй йәштәр форумының етенсе сменаһы башлана.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты һәм “Россия сегодня” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы үткәргән “Төбәк һәм урындағы киң массалы мәғлүмәт сараларының йәш журналистары” программаһында бар Рәсәйҙән 450-гә яҡын гәзит-журнал хәбәрселәре, радио-телевидение, интернет агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, блогерҙар йыйыласаҡ. Улар бер аҙна дауамында билдәле журналистар, телевидение алып барыусылары, Рәсәй Журналистар союзы вәкилдәре менән аралашасаҡ, оҫталыҡ дәрестәрендә, һөнәри уйында ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандан “Таврида”ға “Йәшлек” гәзитенән [id47026933|Айбулат Ишназаров], «Спутник 107 ФМ» радио станцияһы хәбәрсеһе Юлия Такунова, «UTV» ҡала телеканалы вәкиле Алина Гребешкова һәм Бөрө ҡалаһының «РИК-ТВ» баш мөхәррире Гөлнара Әхмәлдинова юлға сығырға әҙерләнә.
Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмөндә сәйәхәтнамә яҙмалары биреп барасаҡбыҙ. Күҙәтеп ҡалығыҙ, фекерҙәр яҙығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға