«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эремсек урынына тимер винт ашай яҙған



16.08.2016 Эремсек урынына тимер винт ашай яҙған

Эремсек урынына тимер винт ашай яҙған
Мәләүез ҡалаһында йәшәгән бер ҡатын магазинда эремлекле сырок һатып алғас унда ят әйбер - металдан яһалған винт табып алған. Формаһы менән ул теш дауалағанда ҡаҙнаға бороп ҡуя торған штифтҡа оҡшаған. Уйлауы ла ерәнес - әллә сырок эшләгән мәлдә берәй хеҙмәткәрҙең теше ысҡынып сыҡтымы икән? Быны бер кем дә әйтә алмай.

Ошондай хәлдәргә осраған мәлдә тауарҙы Роспотребнадзор вәкиленә тапшырырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға