«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Машинала аэрозоль баллондарын ҡалдырмағыҙ!



15.08.2016 Машинала аэрозоль баллондарын ҡалдырмағыҙ!

Машинала аэрозоль баллондарын ҡалдырмағыҙ!Саманан тыш эҫелек күп кенә мәшәҡәт тыуҙыра. Бына бөгөн Белорет ҡалаһында ВАЗ-2115 автомобиле эсендә монтажлаү күбеге баллоны шартлаған. Салон эсен таҙартыу ай-һай бик ҡыйынға тура килер ахыры, арттағы тәҙрә өлгөһө лә ярылған. Ярай бер кем дә йәрәхәтләнмәгән...
Әйткәндәй аптекаларҙа димексид тигән дарыу һатыла - шуның менән һөртөп монтажлау күбеген бөтөрөп була тиҙәр. Ул шулай уҡ супер елемде лә таҙарта ала икән.

Ошоноң кеүек күңелһеҙ хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн автомобиль багажнигында һәм салонында баллонлы буяу, лак, карбюратор таҙартҡыс йөрөтмәгеҙ. Газлы ҡабыҙғыстар ҙа шартлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға