«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялтала Михаил Пуговкинға һәйкәл асылды



15.08.2016 Ялтала Михаил Пуговкинға һәйкәл асылды

Ялтала Михаил Пуговкинға һәйкәл асылды
Ошо көндәрҙә Ҡырымдың Көньяҡ ярындағы Ялта ҡалаһында билдәле совет актеры Михаил Пуговкинға һәйкәл асылды.

Пуговкин унда "Иван Васильевич меняет профессию" фильмындағы ролендәге режиссер Якин ролендә һынландырылған (Шурикты ваҡыт машинаһынан сыҡҡан электр разряды иҫтән яҙҙырғансы һуға, ул иҙәнгә ҡолай һәм шул мәлдә Ҡара диңгеҙ буйынса ҡатыны Зина "Звенит январская вьюга" йырын башҡара).

Михаил Пуговкинды Ялтала йәшәүселәр бик ярата. 2006 йылда уға ҡаланың почетлы гражданы исеме бирелгән булған. Рәсәй киноһы йылында бөйөк актерға һәйкәл асылыуы матур күренеш.

Әйткәндәй фильмдағы күренеште диңгеҙ тулҡынын ҡырҡыусы ҡоролма - волнорез өҫтөндә төшөргәндәр. Хәҙер унда Арго карабы формаһында ресторан урынлашҡан. Һәйкәл бер яҡ ситтәрәк ҡуйылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға