«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Помидор, татлы һәм әсе борос, ҡыяр, һуған, һарымһаҡтан лечо



13.08.2016 Помидор, татлы һәм әсе борос, ҡыяр, һуған, һарымһаҡтан лечо

Помидор, татлы һәм әсе борос, ҡыяр, һуған, һарымһаҡтан лечоГөлназ Ишемғолованан ҡышҡылыҡҡа тәмлекәс:
Табаҡтағы үткәрелгән, туралған йәшелсәләргә ярты стакандан күберәк көнбағыш майы (бер стакан итһәң дә эсте тишмәй, тик мин үтә майлыны яратмайым), бер стаканды саҡ ҡына тултырмай шәкәр, өс ҡалаҡ тоҙ, 100 мл аш һеркәһе (9%) ҡушып бутап утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сығып ун минут үткәс, нәҙек кенә итеп түңәрәкләп туралған ҡыяр өҫтәйбеҙ. Тағы ла ун биш минут ҡайнатҡандан һуң һүндерәбеҙ ҙә, алдан стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡастар менән япҡас, түңкәреп, йылыға төрөп тыныслыҡта ҡалдырабыҙ. Интернеттағы күп кенә рецепттарҙа йәшелсәләрҙе сиратлап һалып ҡайнатырға тиелгән, тик мин “эт ялҡауы”, улайтып торорға ваҡытым әрәм. Шуға бөтәһен бергә һалып бутайым да ҡайнатам. Иң мөһиме, ҡайнау ваҡыты 25 минуттан артмаһын, атыу һуғаны менән ҡыяры йомшаҡ буласаҡ, ә былай кетерләп кенә тора.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға