«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Өфө" аэропортында самолет юлдан яҙлыҡҡан



12.08.2016 "Өфө" аэропортында самолет юлдан яҙлыҡҡан

"Өфө" аэропортында самолет юлдан яҙлыҡҡанБөгөн "Өфө" аэропортында ғәҙәттән тыш хәл булды - Сочиҙан осоп килгән Як-42 самолеты осоу-ултырыу һыҙатынан аша үтеп, 400 метр араға тупраҡҡа сыҡҡан. Авиация термины менән был "выкатывание" тип атала.

Самолет кәрәгенән артыҡ тиҙлектә ултырып, туҡтатыуға тәгәрмәс тормоздары һәм реверс ҡоролмаларының тәҫьире етмәгән, ахыры. Кешеләрҙе авария траптары буйынса сығарғандар.

Ғәҙәттә самолетты тягач менән һөйрәтеп сығаралар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға