«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәҙрә селтәре хәүефле! Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!



11.08.2016 Тәҙрә селтәре хәүефле! Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!

Тәҙрә селтәре хәүефле! Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 4 йәшлек малай бишенсе ҡаттан ҡолап төшөп мәрхүм булды.
Ул дивандан тәҙрә төбөнә менгән, москит селтәренә таянған һәм уның менән ҡуша ҡолаған. Әсәһе кухняла йөрөгән, атаһы иһә икенсе баланы йыуындырған. Бейеклектән ҡолаған малай дауаханаға алып барған мәлдә йән биргән...

Пластик тәҙрәгә беркетелгән москит - беҙҙеңсә себен-серәкәйгә ҡаршы селтәр рамдың тыш яғынан аҫтан-өҫтән йоҡа ғына ырғаҡтар менән беркетелә. Уға бала таянһа, бәлә булыуын көт тә тор.

- Асыҡ тәҙрәле бүлмәлә баланың бер үҙен ҡалдырмағыҙ,
- Тәҙрә янынан өҫтәл-ултырғыс, диванды шылдырығыҙ, бала менмәҫлек итегеҙ,
- Тәҙрә тотҡаһының төбөндәге ҡаплауысты шылдырып шөрөптәрҙе бороп, тотҡаны ысҡындырып алығыҙ. Кәрәккәндә генә ялпылдатып, елләтеү режимына ғына ҡуйырға мөмкин, тотҡаны бала тапмаҫлыҡ урынға һалығыҙ,
- Махсус ябыу системаһы була, унда ырғаҡтар тәҙрәне бикләп тота, шуны алып ҡуйығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға