«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Сәләм, республика!”



12.08.2016 “Сәләм, республика!”

“Сәләм,  республика!”Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы 15 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур байрамға саҡыра.
14 августа Сибай ҡалаһында үҙенсәлекле “Сәләм, республика!” акцияһы үтә. Унда һеҙ “Сәләм” программаһының махсус байрам сығарылышының шаһиты була алаһығыҙ. Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил һәм Сибай ҡалаһының мәғариф үҙәктәре, ижади коллективтары, спорт алдын­ғылары, райондың йөҙөн билдәләүсе шәхестәр бер майҙанға йыйыла. Быға тиклем “Сәләм” тапшырыуын телевизор аша ғына ҡараған тамашасылар үҙҙәре лә эфир геройына әйләнәсәк. Иртәнге программаның алып барыусылары – Наил Юнысов һәм Лилиә Ҡорамшина тамашасыларҙы иң дәртле, талантлы, эшһөйәр халыҡ менән таныштырыр. Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ҡыҙыҡлы конкурста шәп бүләктәр отоу мөмкинлеге бар. Байрам Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанында, иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға