«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ысын дуҫлыҡ



08.08.2016 Ысын дуҫлыҡ

Ысын дуҫлыҡЕгет менән ҡыҙ араһында ла дуҫлыҡ була икән ул... хатта бына тигәне лә...

Дуҫ... Шундай бәләкәй генә һүҙгә күпме мәғәнә һалынған... Ысын дуҫ... Бына инде беҙҙең дуҫлыҡҡа тиҙҙән бер йыл була. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ундай дуҫлыҡ була икәнен белмәй ҙә инем... Ә хәҙер беләм, ышанам егет менән ҡыҙҙың дуҫлығына. Уҡырға, йәғни Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына белем алырға ингәс тә, иң күп ярҙам ҡулы һуҙыу­сы (1 курста айырыуса бик мөһим бит инде), ауыр саҡта ярҙам итеүсе, һәр ваҡыт янымда булыусы кеше, изгелек бөркөүсе, ижадташ дуҫ, ысын кеше, мине үҙенең туғанылай күреүсе бер ябай яҡын дуҫым, хатта, апайым ул – Гөлдәниә Һағынбаева. Ошо бер генә йыл эсендә беҙ бер- беребеҙҙе белеп, өйрәнеп тә бөттөк... “Тайғаныңда таян дуҫтарға” тигәндәй... Һин терәк, таяныс... Һинең менән бергә саҡта бер ваҡыт та күңелһеҙ булмай... Онотолмаҫлыҡ мөғжизәгә тулы хәтирәләр...
Һинең кеүек кешеләр бик әҙ. Шундай тәрбиә биргәндәре өсөн атай-әсәйеңә рәхмәт.
Гел дә шулай көләс йөҙлө, күңелең иманлы, алсаҡ, ярҙамсыл, тырыш, сос, зирәк, үҙ маҡсатыңа ирешеүсән, көслө ихтиярлы кеше булып ҡал. Миңә күрһәткән изгелектәрең үҙеңә икеләтә әйләнеп ҡайтһын. Алла бирһә, туғандарыбыҙҙың йы­лыһын, дуҫтарыбыҙҙың терәген тойоп, оҙон-оҙаҡ дуҫлыҡ йомғағын бергә бәйләп йәшәргә яҙһын. Дуҫлығыбыҙ артҡандан-арта, нығынғандан-нығына барһын. Уйҙарың яҡты, эшләгән эштәрең уң булһын, теләгән уй-ниәттәрең һәр ваҡыт тормошҡа ашһын. Һин минең өсөн ҙур ғорурлыҡ.

Дуҫыма

Иман нуры бер ҡасан да,
Күңелеңдән китмәһен.
Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте,
Һине урап үтмәһен.
Ҡолаҡтарҙа һәр ваҡыт,
Аҙан тауышы гөрләһен.
Мосолмандың дуҫлығын,
Һәр ваҡыт ул берләһен.
Шуға күрә һәр кемдә,
Иман нуры балҡыһын.
Былар атыр таңдарҙың,
Тыуҙырыр тик яҡтыһын.
Дуҫлығыбыҙ ебе,
Һүрелмәһен бер ҡасан,
Һинең кеүек дуҫтарҙы,
Табып булмаҫ бер ҡасан.

Шулай дуҫтар! Һәр ваҡыт яныбыҙҙа ҡайнап торған ысын дуҫтарыбыҙ булһын...

Заһит ҒҮМӘРОВ,
БДУ студенты.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға