«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)



27.07.2016 Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)

Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)Ауылда ташҡабаҡ (кабачок) ашап рәхәтләнәбеҙ, әйтәгүр! Турап табала ла ҡыҙҙырҙыҡ, мейестә лә бешерҙек, күңел булғансы төрлөсә ҡыландырҙыҡ. Бына әле апайым менән эсенә фарш тултырып бешерергә булып киттек. Туҡлыҡлы, матур, тәмле ризыҡ! Ҡунаҡ өҫтәленә ҡуйырға ла оят түгел. Хан ризығына тиң! Беҙҙең ташҡабаҡ елле генә ине, ҙур булғас оҙағыраҡ беште, сәғәт ярым тирәһе. Бәләкәйерәктәре бигерәк йәтеш бешерергә. Улары тиҙ әҙер була.

Шулай итеп, башта ташҡабаҡтың эсен соҡоп алдыҡ. Эсенә алдан бешереп алған дөгө, укроп, ҡырылған сей кишер, ваҡ итеп туралған һуған ҡушылған ит фаршын тултырҙыҡ. Мул ғына итеп майонез һөрттөк. (майонез ярамаһа, ҡаймаҡ та бара) Өҫтөнә күп итеп ҡырғыстан үткәрелгән сыр, укроп һиптек. Бары шул ғына!!!! Мейескә ҡуйыр алдынан, ташҡабаҡтың аҫты көйөп китмәһен өсөн, табаға аҙ ғына һыу ҡойҙоҡ. Сәғәт ярымдан хуш еҫле ташҡабаҡ әҙер ине! Башта әйткәнемсә, бәләкәй ташҡабаҡ тиҙерәк бешә. Шулай уҡ, мейесегеҙҙе үтә ныҡ ҡыҙыу итмәгеҙ, сыр йә ныҡ көйөп ҡуйыр. Мин нимә бешерһәм дә мейестең ҡыҙыулығын 200-ҙән арттырмайым. Бик тә сыр көйә тип икеләнһәгеҙ, башта сыр һалмайынса ғына фаршлы ташҡабаҡты ҡурғаш менән ҡаплап бешереп алығыҙ ҙа, бешеп сығыр алдынан ғына сыр һибегеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым!!!

Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)
Эсенә фарш тултырылып бешерелгән ташҡабаҡ (кабачки с фаршем)

(Гөлназ Ишемғолова)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға