«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң яҡшы журналист кем булыр?



16.07.2016 Иң яҡшы журналист кем булыр?

Иң яҡшы журналист кем булыр?Башҡортостан журналистары өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булыу оло ҡаҙанышҡа тиң. Премияға дәғүә итеүселәрҙе Республика хөкүмәте ҡарамағындағы абруйлы махсус комиссия билдәләй. Положениеға ярашлы, 2015 йылдың сентябренән 2016 йылдың авгусына тиклем баҫылған әҫәрҙәре өсөн журналистҡа йәки журналистар коллективына премия тапшырыласаҡ.
Конкурсҡа ебәрелгән әҫәрҙәргә республика, Рәсәй һәм сит ил матбуғат йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылған репортаж, очерк, документаль повесть, публицистик мәҡәлә, теле- һәм радиотапшырыу, фотоэштәр серияһы, китап формаһында баҫылған материалдар инә.
Иң мөһиме был әҫәрҙәрҙә халыҡтар дуҫлығы, милли мәҙәниәт байлығы, йәмғиәттә гражданлыҡ именлеге һәм татыулығы, замандаштар образын асыу, республиканың социаль-иҡтисади хәле сағылыуы мотлаҡ. Материалдар аналитик аҡыл, теманың оригиналь эшкәртелеүе, объективлыҡ, йыйнаҡ, мәғәнәле, уҡымлы булырға тейеш.
Премияға айырым авторҙар, гәзит һәм журнал редакциялары, теле һәм радиостудиялар, мәғлү- мәт агентлыҡтары һәм башҡа ижади коллективтар дәғүә итә ала.
Материалдар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәт өсөн телефон (факс): (347) 276-42-66.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға