«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Еңеүсене билдәләнек! Хамматоваларҙың сувенирын һәм "Йәшлек" призын ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА отто!



13.07.2016 Еңеүсене билдәләнек! Хамматоваларҙың сувенирын һәм "Йәшлек" призын ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА отто!

Еңеүсене билдәләнек! Хамматоваларҙың сувенирын һәм "Йәшлек" призын ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА отто!
Еңеүсене билдәләнек! Хамматоваларҙың сувенирын һәм "Йәшлек" призын ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА отто!
"Йәшлек" гәзите һәм Әбйәлил районы ҡыҙҙары - Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар ойошторған дуҫтарға һөйләү - репост ярышы тамамланды. Еңеүсе - ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА!

Ике аҙнанан ашыу дауам иткән репост конкурсы һөҙөмтәләре менән бик ҡыуандырҙы. Теүәл 14 көн эсендә ярыш яҙмаһын 157 кеше дуҫтарына һөйләне, 384 кеше "лайк" ҡуйҙы.
Иң ҡыуаныслыһы - төркөмгә яҙылыусылар һаны артты. Ике аҙна эсендә 117 яңы дуҫыбыҙ барлыҡҡа килде.

Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар!

Ошоноң һымаҡ ярышты тиҙҙән тағы ла ойошторасаҡбыҙ. Беҙгә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Фаягөл НАЗАРОВА бағымсылыҡ ярҙамы итәсәк.

Еңеүсене ғәҙел рәүештә, Random.app ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнек. Ул - ГӨЛИӘ МӘҒӘФҮРОВА! булды. Еңеүсе ярыш яҙмаһын 29 июндә үк таратҡан.

Видеояҙманы ҡарарға мөмкин. Еңеүсене ҡотлайбыҙ! Уға бүләгебеҙҙе - башҡорт орнаментлы бейсболканы Һәм дә "Йәшлек"тән сувенирҙы тиҙҙән форсаты тейгәндә тапшырасаҡбыҙ.

Ярышҡа әүҙем ҡушылғандарҙы һәм яҙманы таратыуҙа ярҙам иткән кешеләргә һәм төркөмдәргә рәхмәт белдерәбеҙ!

"Йәшлек" гәзите исеменән игеҙәктәргә - Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларға айырыуса рәхмәт!
(Әбйәлилдә тыуып үҫкән ҡыҙҙар икәүләшеп теген эше менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә башҡорт, мосолман кейемдәрен тегәләр, маскарад, сәхнә костюмдары әҙерләйҙәр Уларҙың "Бәйләнештә"ге төркөмө - ♥♥♥ Альфия - Гульфия ♥♥♥ Хамматовы)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға