«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телебеҙҙең аҫыл хазинаһын шулайтып түбәнһетеү килешәме икән?



13.07.2016 Телебеҙҙең аҫыл хазинаһын шулайтып түбәнһетеү килешәме икән?

Телебеҙҙең аҫыл хазинаһын шулайтып түбәнһетеү килешәме икән?
Иптәштәр!
"Бәйләнештәге" башҡорт төркөмдәрендә мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын үҙгәртеп ҡуйған варианты донъя күрҙе.

Телебеҙҙең аҫыл хазинаһын шулайтып түбәнһетеү килешәме икән? Фекерҙәр көтәбеҙ!

Мин контактың сәскә постарында,
Бал ҡортондай комент яҙамын.
Яҙамында шул коменттарҙың,
Лайктарҙан кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла беләм мин интернет ҡәҙерен.
Бер сәхифәнән дә сәхифәм кәм түгел.
Матур ҙа ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!...

Компьютер клавиатураһы - хаҡлыҡ миңә,
Унан башҡа минең һүҙем юҡ.
Интернетты һөймәҫ кенә компьютер һөймәҫ,
Компьютеры юҡтың ғына, интернеты юҡ!

Смайлик йөҙө миңә - хислек йөҙө,
Унан башҡа минең йөҙөм юҡ.
Лайктарга һарандарҙың ғына,
Интернетта ултырырға ла хаҡы юҡ!

Р.Исмагилов







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға