«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Медицина университеты олимпиада өсөн волонтерҙар әҙерләйәсәк



09.12.2010 Медицина университеты олимпиада өсөн волонтерҙар әҙерләйәсәк

Конкурс Рәсәй Мәғариф, Спорт һәм туризм министрлыҡтары менән берелектә Ойоштороу комитеты тарафынан үткәрелә. Ул 11 йүнәлеш буйынса үтә: "Медицина", "Допинг-контроль", Делегациялар һәм командаларҙы хеҙмәтләндереү, протокол, лингвистик хеҙмәттәр", "Технологиялар", "Церемониялар", "Коммуникациялар һәм матбуғат", Административ эшмәкәрлек һәм аккредитация", "Сервис", "Сараларҙы хеҙмәтләндереү һәм тамашасылар менән эшләү, паралимпия үҙенсәлеге". Ярышта Рәсәйҙең 100-ҙән ашыу уҡыу йорто ҡатнаша. Еңел булмаған һынауҙа 26 уыу йорто еңеүгә өлгәшә. Волга буйы федераль округында иһә Башҡорт дәүләт медицина университеты менән ҡаҙан дәүләт техник университеты ғына иң юғары баһаға лайыҡ була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға