«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тимер юлында һаҡ булығыҙ!



08.07.2016 Тимер юлында һаҡ булығыҙ!

Тимер юлында һаҡ булығыҙ!Тимер юлы – айырыуса хәүефле урын. Бер яҡтан ҡараһаң, был турала барыһы ла белә кеүек, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында бындай юлдан йөрөүсе транспорт менән бәйләнгән төрлө фажиғә әленән-әле булып ҡына тора. Был фажиғәләрҙә кешеләр яралана, яҡты донъя менән хушлаша.
Автомобилдән айырмалы рәүештә, поезды тиҙ генә туҡтатып булмай, сөнки ул бик ауыр. Ниндәй генә ысулдар ҡулланһаң да, тимер юлы транспортын туҡтатыу өсөн күп ваҡыт талап ителә.
Бәғзеләр, теләһә ниндәй урында, теләһә ниндәй ваҡытта тимер юлы аша йүгереп сығып, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Ҡайһы берәүҙәрҙе күрше юлдан поездың үтеп барыуы ла ҡурҡытмай хатта. Поездың яҡынлашып килеүе тураһында алдан уҡ ҡысҡырып хәбәр ителһә лә, пассажирҙар ишетмәй, аҙаҡ, үҙҙәренең поезы яҡынлай башлаһа, өлгөрөргә тырышып, аҡты-ҡараны күрмәй, йүгерешә башлайҙар.
Перегондарҙа хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Унда ла кешеләр яҡынлашып килгән поезға иғтибар итмәй, тимер юлы аша үтә. Бер минут ваҡыт өсөн тотош ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуялар. Аҙаҡ, төрлө яра алып, дауаханала ятҡанда, составтың килеүен күрмәй ҡалыуҙары, тауышҡа ла иғтибар итмәүҙәре тураһында хәбәр итәләр.
Байрамдар һәм ябай көндәр ҡурҡыныс фажиғәләр менән төҫһөҙләнмәһен өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.
– Тимер юлын билдәләнгән урындан ғына үтергә, махсус күперҙәр, тоннелдәр бар.
– Тимер юлын үтер алдынан поезд яҡынлашып килеү-килмәүенә иғтибар итергә.
– Поезд үҙе күренмәй, тауышы ғына ишетелһә лә, уның үткәнен көтөп торор­ға, икенсе юлда ла хәүефле бер нәмә лә булмауын тикшерергә кәрәк.
Тимер юлы эшселәре фажиғәләр булмаһын өсөн бик күп көс түгә. Ләкин һәр кем ғүмеренең ҡиммәтен үҙе лә аңлар­ға, баһаларға тейеш.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға