«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Толпар" ҙа, "Торос" та еңеү байрам итте



08.12.2010 "Толпар" ҙа, "Торос" та еңеү байрам итте

Өфөнөң "Толпар" командаһы МХЛ беренселегенең сираттағы турын үҙ майҙанында уҙғарҙы. Улар Новосибирск ҡалаһының "Cибирские снайперы" хоккейсыларын ҡабул итте. "Снайпер"ҙар исемендә генә ҡалып, хужаларға 1:3 иҫәбенә отолдо. Шулай уҡ Нефтекаманың "Торос" уйынсылары, Пермдең билдәле "Молот-Прикамье" клубын ҡунаҡ итте һәм көсөргәнешле бәйгелә уларҙы тик буллит серияһында еңде. Иҫәп-3:2 хужалар файҙаһына.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға