«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ну, погоди!"ҙағы Ҡуян Бүре янына ултырҙы



06.07.2016 "Ну, погоди!"ҙағы Ҡуян Бүре янына ултырҙы

"Ну, погоди!"ҙағы Ҡуян Бүре янына ултырҙыБаш ҡаланың Дим биҫтәһе ситтә урынлашһа ла, уның үҙенә генә хас күренештәре, матур урындары бар. 2013 йылда Хәҡиҡәт урамында булдырылған "Әкиәттәр аллеяһы" ла шуларға инә.

Был урында һәммәбеҙ ҙә яратҡан әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары һындары урынлашҡан: тәлмәрйен менән һөйләшкән Иван Царевич, Буратино, почтальон Печкин, Шарик, Матроскин, "Ну, погоди!"ҙағы Бүре.

Ошо көндәрҙә Бүре янына иптәше Ҡуян да ҡушылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға