«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн "Победа"ға 70 йәш тулды



28.06.2016 Бөгөн "Победа"ға 70 йәш тулды

Бөгөн "Победа"ға 70 йәш тулды
1946 йылдың 28 июнендә В.М. Молотов исемендәге Горький автомобилдәр заводында ГАЗ-М-20 «Победа» автомобилдәренең тәүге партияһын йыялар.

Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә - 1943 йылда уҡ проектланған машина өс йылдан әҙер була. Бар етешһеҙлектәрҙе бөтөргәндән һуң, "Победа"лар 1947 йылдың яҙында конвейерға ҡуйыла. 1958 йылға тиклем ГАЗ 241,5 мең данала был моделде йыя.

ГАЗ-М-20 автомобиле 1951 йылдан алып ПНР-ҙа - Польша халыҡ республикаһында ФСО (Фабрика Самоходовых Особова) заводында "Варшава" исеме аҫтында сыға. Машина үҙгәртеп ҡорола һәм 1951 йылдан алып 1973 йылғаса седан, универсал, пикап, фургон кузовтарында сығарыла.

"Победа" үҙ-үҙенә терәк (несущий) кузовлы тәүге совет автомобиле тип һанала. Ул шулай уҡ донъялағы иң беренсе ҡанатһыҙ понтон кузовлы автомобиль титулын йөрөтә. Машинаның үҙ-үҙенә терәкле кузовы эсенә мотор, трансмиссия агрегаттары, башҡа деталдәр нығытылған - хәҙерге автомобилдәр ҙә шулай йыйыла.

"Победа" үҙ мәле өсөн бик яҡшы йыһазландырыла. Ҡанатһыҙ кузов пассажирҙар өсөн иркенлек тыуҙыра. Приборҙар панеле, руль, кнопка, тотҡаларҙы эшләү өсөн һоро, көрән, фил һөйәге төҫөндәге пластмассалар ҡулланыла. Водитель төрлө приборҙарҙы - спидометр, бензин кимәлен, двигателдәге һыуытыусы шыйыҡса температураһы күрһәткестәре, амперметр, алыҫ яҡтылыҡ контроль лампаһы, боролош сигналы лампалары, электр сәғәтен күҙәтә алған.
Ишектәр көрән-һоро, аҡһыл яһалма тире менән тарттырылған. Пружиналы ултырғыстар йөн туҡыма менән тышланған. Алғы диванды буйлатып күсерергә һәм кәрәкле мөйөшкә эйелтергә мөмкин булған.
Автомобилдең багажнигы салондан айырым урынлашҡан, әйбер һалыр өсөн махсус ҡапҡасты күтәреп асырға кәрәк.
"Победа"лар шулай уҡ күҙгә ҡояш төшмәһен өсөн ике козырек, тәмәке ҡабыҙғыс, төпсөк һалыр өсөн урындар, түбә плафоны, капот аҫты лампаһы менән йыһазландырылған. Тәҙрәгә йылы һауа өргән мейес, радиоалғыс та һатып алыусыларҙы бик аптыратҡан.

"Победа" сит илдәрҙә, атап әйткәндә Бельгияла, Финляндияла, Австрияла, Германияла, Венгрияла, Болгарияла, Румынияла бик әүҙем һатылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға