«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ирәмәлде квадраманьяктар йырмаслаған



23.06.2016 Ирәмәлде квадраманьяктар йырмаслаған

Ошо көндәрҙә интернетҡа һалынған видеояҙма республика кешеләренең асыуын ҡабартты. Үҙ-үҙҙәрен “Татарстан квадраманьяктары” тип аталған әҙәмдәр дүрт тәгәрмәсле ауыр мотоциклдарҙа тирә-яҡты йырмаслап, ағастарҙы һындырып Ирәмәлгә менгәндәр.
Әле был видеояҙманы “Ютуб”тан алғандар, экстремалдар “Бәйләнештә”ге үҙҙәренең төркөмөндә ғәфү үтенгән булғандар. Уларҙың ғәфү үтенеүенән ни фәтеүә?
Закон буйынса “Ирәмәл” паркында тәбиғәт комплексына зыян килтерә торған бар эшмәкәрлек тыйыла. Быға механик транспорт сараларының хәрәкәт итеүе лә инә. Квадрациклсыларҙың был ҡылығына ҡарата Башҡортостан прокуратураһы ла үҙ баһаһын бирәсәк – әле тикшереү эше башланды. Бер юлы парк хеҙмәткәрҙәренең ни өсөн хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйыуҙары, үҙ эштәренә яуаплы ҡарамауҙары ла тикшереләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға