«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Атлы башҡорт Өфөнө биҙәйәсәк



10.06.2016 Атлы башҡорт Өфөнө биҙәйәсәк

Атлы башҡорт Өфөнө биҙәйәсәк
Өфөлә яңы һәйкәл барлыҡҡа килде. Атын йүгәненән тотҡан милли кейемле башҡорт һыны Комсомол - Урман техникумы урамдары сатында урынлашҡан.
һәйкәлдең авторы - Хәлит Ғәлиуллин. Үҙе әйтеүенсә проектты эшләргә башҡорт эпостары этәргән. Скульптор һындарҙы бер ай дауамында быяла пластигынан яһаған һәм бронза төҫөнә буяған. Тиҙҙән Хәлит Ғәлиуллин Аҡбуҙатҡа һәм балалы инә айыуға һәйкәл башларға ниәтләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға