«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һин Баймаҡтанмы?.."



09.06.2016 "Һин Баймаҡтанмы?.."

"Һин Баймаҡтанмы?.."
"Һин Баймаҡтанмы?..""Өфөлә башҡорттар, татарҙар һәм баймаҡтар йәшәй", - тигән лаҡап йөрөй. Ысынлап та, транспорттамы, китапханаламы йә театрҙамы - һәр ваҡыт яҡташыңды күреү – сикһеҙ ҡыуаныс! Күкрәк һуғып "баймаҡтанырға" яратабыҙ ҙа ул, әммә тыуған Баймағыбыҙҙың көнкүреше, мәҙәни һәм рухи тормошо менән хәбәрҙарбыҙмы? “Быйыл Баймаҡта ниндәй мөһим сара үтте?” йәки “Баймаҡта бөгөн кем район, ҡала менән етәкселек итә? Уларҙың урынбаҫарҙары кемдәр?”, “Әлеге ваҡытта районға ниндәй ҡурҡыныс янай?”, “Быйыл ниндәй уңыштарға ирешелгән?” кеүек һорауҙар биреүсе табылһа, уға Өфөлә йәшәүсе бөтә баймаҡтар ҙа тулыһынса яуап бирә аламы?
Әгәр ҙә ошо урында выждан ғазабы ҡайыҙлай башлаған икән, был ваҡытлыса, йәмәғәт! “Һаҡмар” гәзитенең электрон версияһына яҙылһағыҙ (ә ул ни бары 360 һум ғына!), һеҙ, ҡайҙа ғына булыуығыҙға ҡарамаҫтан, интернет аша гәзиттең электрон вариантын “һә!” тигәнсе ҡараштырып, район яҙмышы менән хәбәрҙар була алырһығыҙ.
Икенсе һорау: Өфөлә йәшәгән баймаҡтарға нисек яҙылырға һуң? “Шуның өсөн генә Баймаҡҡа ҡайтып йөрөүе яйһыҙ бит әле...“ - тип уйлар кемдер кеҫәһен ҡармаштырып. Бошонмағыҙ, әгәр ҙә тау Мөхәммәткә килә алмай икән, Мөхәммәт үҙе тауға бара ала лаһа!
Шулай итеп, һөйөнсө, тибеҙ, 22 июндә киске сәғәт 6-ла Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың икенсе корпусында (Октябрь революцияһы урамы, 10) “Һаҡмар” гәзите хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре килеп һеҙҙе “Һаҡмар” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа электрон баҫмаға яҙҙырасаҡ! Бынан тыш яҡташ яҙыусылар, йырсылар менән әҙәби-музыкаль кисә үткәреү күҙаллана. Ә иң мөһим өлөшө – гәзиткә яҙылыусылар араһында иҫтәлекле приздар уйнатыласаҡ!
Тик... унда инеү өсөн серһүҙҙе белеү зарур. Ишек төбөндә ҡаршы алып тороусы кеше һеҙҙән: “Һеҙ Баймаҡтанмы?”- тип һораһа, мотлаҡ: “Яҡ!” - тип яуап бирергә кәрәк! Әгәр ҙә кемдер: “Юҡ”, - ти икән, тимәк, ул – ышпион!))
Шулай итеп, яҡташтар, 22 июндә осрашҡанға тиклем!!!
Беҙгә бындай мөмкинлек биргәндәре өсөн Милли китапхана етәкселегенә һәм унда бүлек мөдире булып эшләүсе яҡташыбыҙ Айгөл Буранғоловаға рәхмәтлебеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға