«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшлек гүзәле » “Шанель”де лә яулай башҡорт ҡыҙы!



03.06.2016 “Шанель”де лә яулай башҡорт ҡыҙы!

“Шанель”де лә  яулай башҡорт ҡыҙы!Асҡын ҡыҙы Лиана Ҡытайҙағы “Шанель” мода йорто тамашаһында ҡатнашты. Мода күрһәтеү тантанаһында бик күп Голливуд “йондоҙо” ла була.

Быға тиклем Лиана Зөбә­йерованың Харбин ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара мода аҙналығында күп тапҡыр ҡатнаш­ҡаны бар. Лиана һәм уның игеҙәге Диана ярты йыл тирәһе Ҡытайҙың алдынғы моделдәре менән берлектә сығыш яһай. Бөгөн улар Пекиндың иң яҡшы модель агентлығы менән хеҙмәт килешеүе төҙөгән. Һуңғы ваҡытта ҡыҙҙар бик күп ҡытай модельерының иғтибарын яулай.
“Шанель” мода йорто – донъя­лағы иң данлыҡлы модель агентлыҡтарының бе­ре­һе. Уның подиумы хаҡында хыялланмаған модель юҡтыр.

Л. ХӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға