«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәтәр итеп эшләнгән талау



02.06.2016 Хәтәр итеп эшләнгән талау

Хәтәр итеп эшләнгән талау Бөгөн төндә баш ҡаланың Әй һәм Революция урамдары сатында урынлашҡан "Открытие" банкындағы аҡса биргес ҡоролманы - банкоматты талағандар.

Енәйәтсе бик оригиналь алым ҡулланған - ул банкомат корпусын тишеп, эсенә газ тултырған. Бер аҙ ваҡыттан шартлау яңғыраған - ир аҡса һалынған кассеталарҙы тотоп ҡасҡан. Ул йәмғеһе 450 мең һумды ҡулына төшөргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға