«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2016 йылдың июнь (һөтай) айына календарь



31.05.2016 2016 йылдың июнь (һөтай) айына календарь

2016 йылдың июнь (һөтай) айына календарьБайрамдар, иҫтәлекле көндәр:
1 – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.
5 – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.
– Экологтар көнө.
– Мелиораторҙар көнө.
6 – Рәсәйҙә Пушкин көнө.
8 – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
12 – Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө. Рәсәй көнө.
– Еңел сәнәғәт эшсәндәре көнө.
12 – Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө көнө.
14 – Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
– Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
– Халыҡ-ара ҡан донорҙары көнө.
18 – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
19 – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
22 – Хәтер көнө.
23 – Халыҡ-ара Олимпия көнө.
25 – Cтатистика хеҙмәткәрҙәре көнө.
26 – Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көнө.
27 – Йәштәр көнө.

Юбилейҙар:
2 – яҙыусы Хәбир ДАУЫТОВҠА – 80 йәш (1936).
– яҙыусы һәм журналист Ҡамса МОРТАЗИНҒА – 50 йәш (1966).
3 – педагогия фәндәре докторы, профессор Әлфис ҒАЯЗОВ­ҠА – 60 йәш (1956).
6 – шағирә Сулпан МИҢЛЕБАЕВАҒА – 55 йәш (1961).
10 – шағир Тимер НИӘТШИНҒА – 70 йәш (1946).
12 – тарих фәндәре кандидаты Әхәт СӘЛИХОВҠА – 50 йәш (1966).
15 – яҙыусы Марс Нуриевҡа – 75 йәш (1941).
16 – тарих фәндәре докторы, профессор Айбулат АҠМАНОВҠА – 50 йәш (1966).
26 – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, прозаик һәм публицист Азат Абдуллинға – 85 йәш (1931).

Һынамыштар
- Кис сиңерткәләр сырылдаһа, иртән аяҙ була.
- Ҡарлуғастар бейектән осһа – көн аяҙ була.
- Себендәр дәррәү осһа, йылы көндәр килер.
- Кистән ысыҡ төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр.
- Ҡаҙаяҡ бөгәрләнһә, ямғырға.
- Серәкәйҙәр өймәкләшеп осоп йөрөһә, баҡалар баҡылдашһа, аяҙ көнгә.
- Йәй ямғырлы килһә, ҡыш оҙон булыр.
- Ямғыр алдынан сәскәләрҙең еҫе көсәйә.
- Күктә йондоҙҙар күренмәһә, иртәгәһенә ямғыр көт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға