«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәбәрсебеҙ Гүзәл БИКМӘТОВА (ЙОСОПОВА) икенсегә әсәй булды!



31.05.2016 Хәбәрсебеҙ Гүзәл БИКМӘТОВА (ЙОСОПОВА) икенсегә әсәй булды!

Хәбәрсебеҙ Гүзәл БИКМӘТОВА (ЙОСОПОВА) икенсегә әсәй булды!
Гүзәл һәм Илнур! Өйөгөҙгә нур өҫтәп шатлыҡлы оло бәхет килгән, ҡыуанысығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Әсәй-атай берҙәм булһа, бала ла күркәм тыуа, күркәм үҫә. Нәҫел ағасын дауам итеүсе улығыҙ, Фаягөлдөң ҡустыһы һау-сәләмәт, зирәк аҡыллы, үҙегеҙ кеүек тырыш, иманлы булһын!
Ҡыҙы барҙың эҙе бар, улы барҙың үҙе бар, тиҙәр. Эҙегеҙ ҙә, үҙегеҙ ҙә булды, иншалла, баларығыҙҙың да ата-әсәй булған көндәрен һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең үҫкәнен күреп һөйөнөргә яҙһын үҙегеҙгә!

“Йәшлек”тәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға