«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!



31.05.2016 Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!

Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!28 майҙа баш ҡалабыҙҙа «Евразия йөрәге» — «Heart of Eurasia» халыҡ-ара сәнғәт фестивале программаһына ярашлы Милли кейем республика байрамы үтте. Баштан сара башҡорт милли костюмы көнө тип әҙерләнһә лә, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар костюмдары байрамына әйләнде. Байрамға махсус рәүештә «Ағинәй» Республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәт ойошмаһы вәкилдәре Сибай ҡалаһынан һәм Әбйәлил, Архангель, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Дүртөйлө, Дәүләкән, Йылайыр, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Илеш, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Федоровка райондарынан килеп етте.

Ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда йыйылды һәм бер теҙмә булып Зәки Вәлиди урамынан Салауат Юлаев майҙанына ҡарай юл тотто. Алдан «Любизар — Төньяҡ амурҙары» хәрби-тарихи клубының I Башҡорт ат полкы һыбайлылары Илдар Шәйәхмәтов етәкселегендә һәм башҡорт аҡһаҡалдары: мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башдрама театры художество етәксеһе Олег Ханов, Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов, Башҡорттар ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Велмир Аҙнаев, Милли музей директоры Ғәли Вәлиуллин барҙы. Аҡһаҡалдар араһында Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев та булды. Башҡорт милли костюмы байрамында сәнғәт интеллигенцияһына ҡараусылар ҙа ҡатнашты. Милли кейемдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары байрамға йәм өҫтәне, «Башҡортса кейен» бейеү флешмобы үҙәгендә булды.

Салауата Юлаев майҙанында башҡорт костюмын белеү буйынса тамашасылар менән уйын-викторина һәм «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоу, милли костюмдар, биҙәүестәр күргәҙмәһе, һатыу ҙа ойошторолдо.

Юлай КӘРИМОВ төшөргән фотоларҙы "Фотогалерея" бүлегендә инеп ҡарағыҙ.

https://www.ye02.ru/iphoto/28-may-f-milli-keyem-respublika-bayramy-quotbashortsa-keyenquot-quotural-mooquot/

Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!
Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!
Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!
Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!
Өфөлә Милли кейем республика байрамы үтте. Фотоларҙы ҡарағыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға