«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әлфиә Кәйепова - Хәйбулланың иң яҡшы китапханасыһы!



30.05.2016 Әлфиә Кәйепова - Хәйбулланың иң яҡшы китапханасыһы!

Әлфиә Кәйепова - Хәйбулланың иң яҡшы китапханасыһы! Район үҙәге - Аҡъяр ауылында йыл һайын китапханасыларҙың ҙур ҡоро үткәрелә. Унда эштәргә йомғаҡ яһала, алдынғыларға бүләктәр тапшырыла. Шулай уҡ оҫталар конкурсы бик йәнле үтә.
Быйыл “Иң яҡшы китапханасы» исеменә алты дәғүәсе булып, дүрт һынауҙа үҙ-ара көрәште. Ярыш һөҙмтәләре буйынса район үҙәк китапханаһының уҡыу залы хеҙмәткәре Әлфиә Кәйепова еңеүсе тип табылды. Был титулды былтыр яулаған Рәмилә Фәйзуллина күсмә таҫманы һөнәрмәнгә тапшырҙы.
2-се һәм 3-сө урындарҙы Нәжиә Асҡарова менән Резеда Ҡулсинбаевалар бүлеште.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Әлфиә Кәйепова - Хәйбулланың иң яҡшы китапханасыһы!
Әлфиә Кәйепова - Хәйбулланың иң яҡшы китапханасыһы!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға