«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә



20.05.2016 Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә

Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итәГәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Райхана Булатова әпәт хәбәр итә:
Баймаҡ район китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" бара. Ошо уңайҙан районға башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы, яҙыусы Мираҫ Иҙелбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова һәм уларҙың Ҡазахстандан килгән дуҫтары профессор, доцентар бар ине. Бөгөн пионерия көнө булғас, Билал зонаһы китапханасылары мин, Райхана Булатова, Әнүзә Мәжитова, Зифа Мәүлитова һәм беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеүсе Зөлфиә Латыпова ҡунаҡтарҙы Баймаҡ сигендә пионерҙарса кейенеп, галстуктар тағып ҡаршы алдыҡ. Горнда уйнаған, барабан һуҡҡан, байраҡ тотҡан, янып торған ҡыҙыл галстук таҡҡан пионерҙарҙы күргәс ҡунаҡтар һушһыҙ ҡалды. Беҙҙең менән бергә пионерҙар йырына ла ҡушылдылар, хәтирәләргә бирелделәр. Тантаналы өлөштән һуң ҡунаҡтарҙы самауырҙар ҡайнап ултырған өҫтәл янына саҡырҙыҡ. Беҙ пионер кейемдәребеҙҙе, үҙебеҙҙең милли кейемгә алмаштырғас Ҡазахстандан килгән ҡунаҡтар милли кейемдәребеҙҙән күҙҙәрен алманы, һорашалар, ҡыҙыҡһыналар, беҙҙең менән фотоға төшә башланылар. Башҡорт ризыҡтары булған буза, ҡыҙыл эремсек, ҡорот, ҡаймаҡ, йыуасанан ауыҙ иткәс, уларҙы пионер саҡта күмәкләп яҡҡан ваҡыттарҙы иҫләп усаҡ янына саҡырҙыҡ. Шул урында уларҙы пионер сафына алдыҡ, йырҙар йырланыҡ. Ҡунаҡтарға изге теләктәребеҙҙе теләп оҙаттыҡ.
Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә
Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә
Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә
Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә
Баймаҡ районы китапханаларында "Яҡташ яҙыусылар ижады аҙналығы" дауам итә







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға