«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Юрий Шевчуктың тыуған көнө



16.05.2016 Бөгөн Юрий Шевчуктың тыуған көнө

Бөгөн Юрий Шевчуктың тыуған көнө
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең рок музыканты, шағир, композитор, рәссам, продюсер, "ДДТ" төркөмөнә нигеҙ һалыусы һәм уны етәкләүсе Юрий Юлианович Шевчуктың тыуған көнө.
Ул 1957 йылда тыуған. Ижадында илебеҙ бардтары, атап әйткәндә Владимир Высоцкий, Булат Окуджава, шулай уҡ Көмөш быуат шағирҙары - Осип Мандельштам, Сергей Есенин һәм башҡаларҙың йоғонтоһо бик көслө. Йырҙарының текстары Высоцкийҙың шиғырҙарына тартым. Шевчук гражданлыҡ тойғоһо, илһөйәрлек, үҙ-үҙеңде рухи яҡтан үҫтереү, социаль сатира һәм протест тойғолары тураһында йырлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға