«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Михаил Закомалдин Чечнялағы терактта йәрәхәтләнгән полиция хеҙмәткәрҙәре менән осрашты



13.05.2016 Михаил Закомалдин Чечнялағы терактта йәрәхәтләнгән полиция хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

Михаил Закомалдин Чечнялағы терактта йәрәхәтләнгән полиция хеҙмәткәрҙәре менән осраштыКисә, 12 майҙа Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин Чечен республикаһында шартлау мәлендә яраланған полиция хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.
Нефтекаманан Илнар Исламов менән Дүрөйлөнән Радик Бикмырҙин ведомствоның санитар часе табиптары оҙатыуында Өфөгә ҡайтты. Хеҙмәткәрҙәр Ҡыуатов исемендәге 1-се республика клиник дауаханаһында сәләмәтлеген нығытасаҡ. Министр бурысын үтәгән мәлдә яраланған барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә лә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Шулай уҡ уларҙың дәүләт наградаларына тәҡдим ителеүе тураһында ла билдәле булды.

9 майҙа Башҡортостандан полиция хеҙмәткәрҙәре Чечен Республикаһындағы террор ғәмәлендә зыян күрҙе. Грозный ҡалаһы эргәһендәге контроль-үткәреү пунктарының береһендә шартлау һөҙөмтәһендә 6 полиция хеҙмәткәре зыян күрҙе, уларҙың икәүһе ауыр хәлдә.
Хоҡуҡ һағында тороусылар иртәнге сәғәт етенсе яртылар тирәһендә онтроль-үткәрәү пунктында ике кешене туҡтатҡан. Ошо ваҡытта улар ҡулдан яһалған бомбаны һәм граната шартлатҡан. Шартлау үҙен-үҙе үлтереүсе террорсыларҙың береһенән сыға, уларҙың икенсеһе юҡ ителә. Был көндө тәртип һағында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан командировкаға ебәрелгән полиция отряды тора. Террорсылар Грозный ҡалаһындағы Еңеү парадында бомба шартлатырға ниәтләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға