«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алтынай бейеүҙәре менән өҙҙөрҙө генә



25.04.2016 Алтынай бейеүҙәре менән өҙҙөрҙө генә

Алтынай бейеүҙәре менән өҙҙөрҙө генә22 апрель көнө Бөрйән мәҙәниәт йортонда "ҘУР БЕЙЕҮҘӘР" исемле шоу концерт үтте. Был концерттың ойоштороусыһы - Алтынай Валитов. Тағы ла был шоу-концертта Алтынай һымаҡ шәп, оҫта бейеүселәр: Роберт Әмиров, Аҡъегет Вәлитов, Айҙар Нурҡаев , Фәнис Утәбаев һәм йырсыларҙан - МС Баш, Ильяс Айытбаев, күрше ҡыҙы - Гөлназ Теләүморатова, юмор оҫтаһы Линар Ҡотлобаев ҡатнашты.
Тамашаны "Хәйерле Stand-Up кис" проекты резиденты, һүҙ оҫтаһы - Марсель Мөхәмәтйәнов алып барҙы. Уның көләмәстәре тамашасының күңеленә хуш килде.
Ә концертҡа килгәндә, концерт шул тиклем шәп булды, һаман шул тәьҫораттарҙан арынып бөтә алмай ултырған көн. Зал шығырым тулы булыуы, концерт барышында тамашасылар һәр сығышты алҡыштарға күмеүе - халыҡтың бейеүҙәр яратыуына, бейеүселәрҙең, йырсыларҙың оҫталығына ишаралыр.
Барыһы ла шул тиклем шәп сығыш яһаны.
Бөрйәнебеҙҙе данлар шундай талантлы егеттәребеҙ бар икән, тимәк беҙгә ҡыуанырға һәм ғорурланырға ғына ҡала. Уларҙың ижад емештәрен киләсәктә лә күрерербеҙгә ышанысыбыҙ ҙур.

Алтынай бейеүҙәре менән өҙҙөрҙө генә
Алтынай бейеүҙәре менән өҙҙөрҙө генә







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға