«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә беҙҙең ауылда... 15 апрель



15.04.2016 Ә беҙҙең ауылда... 15 апрель

Ә беҙҙең ауылда... 15 апрель Был аҙнала беҙ Ғафури, Иглин райондарынан, Күмертау ҡалаһынан хәбәрҙәр ҡабул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ барҙыр, моғайын – һөйләгеҙ. Беҙҙең менән бәйләнеш мөмкинлектәре киң. Телефон һандары: 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Рәсих АБДРАХМАНОВ,
Ғафури районы, Толпар ауылы:

– Быйыл ҡыш айырыуса ҡарлы булды. Юлдарҙы таҙартыу өсөн ҡар күп яуған йылда тынғыһыҙ көндәр башлана, өҫтәмә сығымдар ҙа талап ителәлер. Бигерәк тә таулы Толпар яҡтарына ҡеүәтле “К – 700”, “Т – 150” трактор­ҙарының бер тапҡыр ғына юл таҙартып килеп ҡайтыуына нисә литр яғыулыҡ яндырылыуын был ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре генә беләлер. Шуға ҡарамаҫтан, райондың юл-ремонт идаралығы эшселәре ауылыбыҙға юлды даими таҙартып, киңәйтеп торҙо, урындағы халыҡ уларҙың эшенән бик ҡәнәғәт. Уларға рәхмәт белдерәбеҙ, киләсәктә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Беҙҙең яҡ таулы ғына түгел, урманлы төбәк тә һанала. Ағастар боролоштарҙа юлды яртылаш ҡаплай, шул сәбәпле юл билдәләрен дә күреп булмай. Толпар – Мәндем ауылдары араһындағы юлда киҫкен боролоштар ҙа күп. Моғайын, быйыл юл ойошмаһы етәкселеге быны күҙ уңынан ысҡындырмаҫ, берәй әмәлен табыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Миләүшә ХӘСӘНОВА,
Иглин районы, Иглин ҡасабаһы:

– Мәғәфүр Хисмәтуллин – башҡорт музыка-театр сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырған мәшһүр йырсы. Уның баһалап бөткөһөҙ ижад ҡомартҡыһын һаҡлау, йәш быуынға еткереү беҙҙең, яҡташтарының, изге бурысы. Шуға күрә ике йылға бер тапҡыр районыбыҙҙа М. Хис­мәтуллин исемендәге республика йырсылар конкурсы уҙғарыла. Быйыл 21 – 22 апрелдә ойоштороласаҡ сараға оло әҙерлек башланды ла инде. Яҙғы ярышта үҙенең талантын һынап ҡарарға теләүселәр көндән-көн арта бара, бының өсөн мәҙәниәт бүлегенә йәки район мәҙәниәт йортона мөрәжәғәт итәләр. Конкурс профессиональ һәм үҙешмәкәр категорияларҙа уҙасаҡ, гала-концерт менән тамамланасаҡ.

Ләлә ИҠБАЕВА, Күмертау ҡалаһы:
– Мин Ейәнсура районының Сирғол ауылында фитнес клубын асыуҙарына ҡыуандым. Төпкөл тип һаналған ауылда мәктәп ябылғайны. Уҡытыусылар аптырап ҡалмаған, мәктәп залына барлыҡ ауыл халҡын йәлеп итеп, спорт менән шөғөлләнә башлағандар. Педагогтар маладис, курсташым Гөлйөҙөм Рамазанова әйтеүенсә, “Кем 40-тан уҙған” тип аталған фитнес клубына халыҡ ҡыуанып, күнекмәләргә бик теләп йөрөй. Әйткәндәй, бындай залдар райондың бер нисә ауылында бар икән. Ауылдар спорт осрашыуҙары уҙғара, үҙ-ара ярыша. Бына бит, мәктәп ябылды тип, ҡул һелтәп ҡуймағандар, кемгәлер – эш, башҡаларға шөғөл һәм һаулыҡты нығытыу урындары булдырғандар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға