«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фажиғә тураһында Библия ла иҫкәрткән... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)



08.04.2016 Фажиғә тураһында Библия ла иҫкәрткән... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Фажиғә тураһында Библия ла иҫкәрткән... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)Христиандарҙың изге китабы Библияла Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә булыуы алдан иҫкәртелгән. Мистика тип уйларһығыҙ. Ләкин бына дәлил – дини китаптың өлөшө Новый Заветта “Откровение Иоанна Богослова» тигән йыйынтыҡ бар. Унда ошо юлдар яҙылған:
"Третий Ангел вострубил, и упала с неба большая звезда, горящая подобно светильнику, и пала на третью часть рек и на источники вод. Имя сей звезде "полынь"; и третья часть вод сделалась полынью, и многие из людей умерли от вод, потому что они стали горьки" (Откровения св. Иоанна Богослова, 8).
Йыйынтыҡ икенсе төрлө Апокалипсис тип тә йөрөтөлә. Исеме үк дәһшәтте, тамуҡты аңлатҡан китапта кешеләрҙең иңенә төшәсәк һынауҙар тураһында яҙылған. Ә ЧАЭС менән нимә бәйләй тиерһегеҙ? Текстта яҙылғанынса “Полынь йондоҙо” әремде аңлата. Ә әрем үләне русса “полынь”, ҡайһы бер төбәктәрҙә һәм украинала уны шулай уҡ “чернобыль, чернобыльник” тип йөрөтәләр. “Источники вод” – Припять йылғаһы, станция шуның тамағында урынлашҡан.
Күрәҙәсе Нострадамус үҙенең шиғырында Чернобыль тураһында яҙған тип баралар:
“Хвост страшной кометы заденет Землю.
Люди, теряющие волосы, кожу и глаза,
Стремятся в безумном страхе из недр Борисфена”.
“Многие будут ждать пришествия ангелов с неба,
А придут не ангелы, а чёрные тучи”.
“Придёт комета на Землю,
Звезду Откровения неся на хвосте
И воспылает Земля страшным огнём
И тёмный ангел ударит в Хранилище Святости
Словно ад изыдет из Четвёртых Врат!”.”.
«Звезда Откровения» – «полынь», йәки украинса чернобыль. Борисфен – Днепр йылғаһының боронғо исеме. Комета – Галлей кометаһы. Ул Ер шарына 1986 йылдың апрелендә яҡынлашҡан һәм теүәл ике аҙнанан 4-се энергоблок шартлаған.

2011 йылда, ЧАЭС фажиғәһенә 25 йыл тигәндә Чернобыль ҡасабаһында «Звезда Полынь» мемориаль комплексы булдырылды. Унда элекке “Украина” кинотеатрында ЧЗО зонаһынан киткән кешеләрҙең әйберҙәренән йыйылған музей, Хәтер аллеяһы һәм “Трубящий ангел” һәйкәле ҡуйылған. Фажиғә тураһында Библия ла иҫкәрткән... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға