«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҙна аҙағына йылытасаҡ.



05.04.2016 Аҙна аҙағына йылытасаҡ.

Аҙна аҙағына йылытасаҡ.Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошона Көньяҡ Урал өҫтөндә барлыҡҡа килгән циклон йоғонто яһаясаҡ. Ул үҙе менән ҡар ҡатыш ямғыр алып киләсәк. Республиканың көнсығышында яуым-төшөм айырыуса күп яуыуы көтөлә. Бынан тыш, төндә һәм иртәнсәк юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Һау температураһы көндөҙ +3,+8, төндә +3,+2 градус.

Аҙна аҙағына йылытасаҡ. Был юғары атмосфера баҫымы һөҙөмтәһе булып тора. Ғөмүмән әйткәндә синоптиктар апрелдең тәүге ун көнөндә һауа температураһы уртаса алғандан ике градусҡа йылы буласаҡ тип вәғәҙәләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға