«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рөстәм Хәмитов менән “тура эфир”



01.04.2016 Рөстәм Хәмитов менән “тура эфир”

Рөстәм Хәмитов менән  “тура эфир”“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында республика Башлығына һорауҙар ҡабул итеү бара. Һорауҙарға Рөстәм Хәмитов 7 апрелдә тура эфирҙа яуап бирәсәк.

Һорауҙарҙы 8-800-700-88-25 телефоны буйынса әйтергә, шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (ВГТРК, БСТ) сайттарында ҡалдырырға мөмкин. Мөрәжәғәттәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә.
Бөгөн ике меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән. Көнөнә 600 – 700 шылтыратыу була. Шуға бәйле, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы операторҙар һанын арттыр­ған. Мобиль һәм стационар телефондар­ҙан шылтыратыу бушлай.
“Тура эфир” “Рәсәй – 24 Башҡортостан” һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналдарында 7 апрелдә киске сәғәт 7-лә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға