«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әрмегә ҡағылышлы һорауҙарың булһа - шылтырат!



30.03.2016 Әрмегә ҡағылышлы һорауҙарың булһа - шылтырат!

Әрмегә ҡағылышлы һорауҙарың булһа - шылтырат!Өфө ҡалаһы ҡала округының йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» психологик-медик-социаль булышлыҡ итеү үҙәге 6 апрелдә төшкө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш - 2016 һорауҙары буйынса «ҡыҙыу линия» үткәрә.
Граждандарҙың һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты белгестәре: хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу отделының начальник урынбаҫары Виктор Полосков, хәрби-врачтар комиссияһы рәйесе Борис Усатов һәм «ИНДИГО» үҙәгенең педагог-психологы яуап бирәсәк.

«Ҡыҙыу линия» телефоны: 8 (347)223-22-11.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға