«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бар ине заманалар...



28.03.2016 Бар ине заманалар...

1986 йылдың 1 авгусында төшөрөлгән фотоларҙа Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең УЗАМ автомобилдәр моторҙары эшләү заводы конвейерында "Москвич" автомобиле двигателдәре йыйыу мәле.

УМЗ-412 (УЗАМ-412) моторын күптәр немецтарҙың БМВ фирмаһының М10 двигателенә оҡшаған тиҙәр. Был факт уйҙырма ла, ысынбарлыҡҡа ла тап килә. Ике моторҙың да цилиндрҙар блогының башы (ГБЦ) алюминийҙан ҡойолған, клапандар V хәрефе һымаҡ тора, пластиналы сылбыр менән хәрәкткә килгән бүлгес вал блок башында тора, яныу камералары ярымсфера рәүешендә.

УМЗ һәм БМВ моторҙарының оҡшаш булыуы ХХ быуаттың 60-сы йылдарында совет һәм сит ил конструкторҙарының бер үк йүнәлештә уйлауын һәм СССР-Германияның техник мөмкинлектәре бер тигеҙ булыуын күрһәтә.
"Москвич" моторҙары ҡеүәтле,ышаныслы һәм үҙгәртеп ҡороуға бик ҡулайлы булған. Һөҙөмтәлә "АЗЛК" һәм "Ижмаш" заводтары командалары Африка, Америка, Европа, Австралияла үткән халыҡ-ара ралли ярыштарында оҙаҡ йылдар дауамында алдынғылыҡ бирмәгән.

Өфөләге УЗАМ заводы ла бик күренекле предприятие булған. Роботлы автоматик линиялар, ЧПУ программалы станоктар юғары сифатлы продукция етештерергә мөмкинлек биргән. Ләкин бар ҡорамал тик бер генә төр моторҙы сығарыуға көйләнеүе бик насар эҙемтәләргә килтергән - 90-сы йылдарҙа УЗАМ заводы юҡҡа сыҡты.
Бар ине заманалар...
Бар ине заманалар...
Бар ине заманалар...
Бар ине заманалар...
Бар ине заманалар...
Бар ине заманалар...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға