«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йәшлек" гәзитенең бүләктәр йыйылмаһын оттороу буйынса ярышты тамамланыҡ. Еңеүсе - ӘЛФИРӘ АЙЫТБАЕВА!



28.03.2016 "Йәшлек" гәзитенең бүләктәр йыйылмаһын оттороу буйынса ярышты тамамланыҡ. Еңеүсе - ӘЛФИРӘ АЙЫТБАЕВА!

"Йәшлек" гәзитенең бүләктәр йыйылмаһын оттороу буйынса ярышты тамамланыҡ. Еңеүсе - ӘЛФИРӘ АЙЫТБАЕВА! "Бәйләнештә" селтәренең "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" паблигында 11 марттан алып 28 мартҡа тиклем дауам иткән дуҫтарға һөйләү - репост конкурсы һөҙөмтәләре менән бик ҡыуандырҙы. 18 көн эсендә ярыш яҙмаһын 292 кеше дуҫтарына һөйләне, 499 кеше "лайк" ҡуйҙы.

292 кешенең сәхифәһендә "Йәшлек"тең акцияһын кәмендә биш кеше күрһә лә был бик яҡшы һөҙөмтә бит! Иң ҡыуаныслыһы - төркөмгә яҙылыусылар һаны артты. Ике аҙнана ашыу ваҡыт эсендә уларҙың һаны 6748-ҙән 7146-кә етте.

Бындай әүҙемлекте беҙ көтмәгәйнек. Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар!

Ошоноң һымаҡ ярышты йәнә ла еллерәк приздар ҡуйып, тағы ла ойошторасаҡбыҙ.
Еңеүсене ғәҙел рәүештә, Random.app ҡушымтаһы ярҙамында билдәләнек. Ул - Әлфирә АЙЫТБАЕВА исемле апай булды. Еңеүсе ярыш яҙмаһын 14 мартта таратҡан.

Видеояҙманы ҡарарға мөмкин. Еңеүсене ҡотлайбыҙ!

Ярышҡа әүҙем ҡушылғандарҙы һәм яҙманы таратыуҙа ярҙам иткән кешеләргә һәм төркөмдәргә рәхмәт белдерәбеҙ!
Улар:
- Гүзәл Рәхмәтуллина, Йәнгүзәл Йәнгилдина - 1 репост, 3 лайк;
- Райхана Булатова, Гөлсинә Көмөшбаева - 1 репост, 2 лайк;
- Миләүшә Юлдашбаева - 4 репост, 5 лайк;
- Гөлсинә Ҡотлоғужина, Роза Хөснуллина, Дания Вәлитова,
Нурсилә Ғәйнетдинова, Әлиә Әбдрәшитова, Венера Ғилманова, Динара Асҡарова, Зөһрә Исмәғилева, Гөлнара Ғәбитова, Миләүшә Мырҙағолова, Альбина Садыҡова - 1 репост, 1 лайк;
- Давлет Беков - 1 репост, 6 лайк;
- Әлиә Шиһапова - 1 репост, 4 лайк;
- Ләйсән Ишмырҙина, Гүзәл Ишназарова - 1 репост;
- Динә Ҡотоева - 3 репост, 4 лайк;

Төркөм-пабликтар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Улар:
башҡорт ҡатын-ҡыҙы, Модельная-Краеведческая-Библиоте Сибай, Абубакировская-Сельская Модельная-Библиотека, Ивановская-Сельская-Библиотека Библиотека,Центральная-Районная Библиотека,ГӨЛФИӘ **ГӨЛГӘ ОҠШАШ**/ғәр.тел./**, "Таң" гәзите, Серләшәйек (10 репост, 31 лайк), БашСтатус (3 репост, 4 лайк),Күңел утрауы, Зианчуринский район - я оттуда родом!!, Билаловская сельская библиотека, [club77910949|Абишевская сельская библиотека, Ыласын ине.

Ярыш яҙмаһын таратыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән Гөлфиә Киленбаева апайға (57 репост, 57 лайк), Әлиә Айытбаеваға (29 кеше репосты, 59 кеше лайҡылдаған), Әминә Асҡароваға (14 репост, 14 лайк), Гүзәл Ишназароваға, Райхана Булатоваға редакция исеменән айырыуса рәхмәт белдерәбеҙ.

Үҙҙәре хаким иткән төркөмдәренә ҡуйған Серле Хәстрүшкә, Гүзәл апай Ситдыҡоваға, Миңзәлә Асҡароваға, ИнНу ҡыҙҙарына рәхмәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға