«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Спорт » Журналистар йыр башҡарып "Салауат Юлаев" командаһын һәм көйәрмәндәрҙе дәртләндерә



24.03.2016 Журналистар йыр башҡарып "Салауат Юлаев" командаһын һәм көйәрмәндәрҙе дәртләндерә

Өфө спорт журналистары Дмитрий Слезин, Максим Балобанов менән Марат Лотфорахманов "Салауат Юлаев" менән "Металлург" хоккей командалары ярыштарына бағышлап йыр яҙған. Шуның менән улар беҙҙең хоккейсыларға рух ныҡлығы өҫтәй, көйрәмәндәрҙең берҙәмлеген күрһәтә.

Был йырҙың төп нөхсәһен күптәр ишеткәне барҙыр. "Ленинград" төркөмөнөң "Экспонат" тигән композицияһы ул. Ныҡ шаҡшы йыр булһа ла (ҡатын-ҡыҙҙар кейгән 50-әр мең һум торған ҡыҙыл лабутен туфлилары мотлаҡ һатып алырға кәрәк, һүгенеү, елбәҙәклек, фәхишәлекте маҡтау) уны журналистар бик оригиналь итеп үҙгәрткән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға