«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшлек гүзәле » Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева - «Башҡортостан королеваһы-2016»!



24.03.2016 Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева - «Башҡортостан королеваһы-2016»!

Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева - «Башҡортостан королеваһы-2016»!Өфөлә «Башҡортостан королеваһы-2016» төбәк гүзәллек конкурсы тамамланды. Төп титулға һәм тажға Өфө ҡыҙы Зилә Нурғәлиева лайыҡ булды. 22 йәшлек ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетында уҡый.

Өфөнән 30 йәшлек эшҡыуар Анастасия Теленкова — беренсе вице-Королева, Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан Юлианна Әмирйәнова икенсе вице-Королева исемен алды. Юлианна — конкурста ҡатнашыусыларҙың иң йәше, уға 17 йәш, әле ул Өфө финанс-иҡтисад колледжында белем ала.

Бәйгелә финалға сыҡҡан һигеҙ ҡыҙ ҡатнашты. Улар үҙҙәренең ижади һәләтен һәм аш-һыуға оҫталығын, мәҙәни аралаша белеүен, милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле күрһәтте. Һылыуҡайҙар йырланы, бейене, нәзәкәтле ризыҡтар әҙерләне һәм хатта үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Еңеүсе быйыл сентябрь айында Өфөлә үтәсәк «Рәсәй королеваһы-2016» конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн баш ҡалабыҙға төрлө төбәктәрҙән 50 ҡыҙ киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға