«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ



14.03.2016 ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ

ШАЙМОРАТОВ ИСЕМЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРЕЛДЕ Ағымдағы йылдың 14 ғинуарында Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының республика союзы менән берлектә, Украинаның Луганск Халыҡ Республикаһы етәксеһе Игорь Плотницкиға Петровское ҡалаһының 22-се һанлы мәктәбенә легендар шәхес, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов исемн биреүҙе юллап хат яҙғайны. Ошо көндәрҙә Украинанан һөйөнөслө хәбәр килде.

2016 йылдың 9 мартында Луганск Халыҡ Республикаһы Министрҙар Советының сираттағы ултырышы үтте, тип хәбәр ителә унда. Был ултырышта 50-нән ашыу һорау ҡаралған. Иң тәүге ләрҙән булып министрҙар Петровское ҡалаһының 22-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбенә башҡорт халҡының батыр улы Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул иткән.

“Петровское мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары коллективы уҙған быуаттың 70-се йылдарынан бирле 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын өйрәнеү, уны мәңгеләштереү буйынса ҙур эш алып бара. Белем усағында бай музей эшләй. Унда данлы дивизия, уның командиры һәм ветерандары хаҡында күп материал тупланған. 2004 йылда Петровское ҡалаһында башҡорт атлыларына арналған “Еңеү һыбайлылары” тигән фильм төшөрөлдө. Ә 2009 йылда ҡалала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары хөрмәтенә сквер асылды,” – тип әйтелә хатта.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға