«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » "Операция Б" кинаһын ҡарағыҙ!



11.03.2016 "Операция Б" кинаһын ҡарағыҙ!

"Операция Б" кинаһын ҡарағыҙ! 7 мартта Әбйәлил районының Рәхмәт ауыл клубында уҙған байрам концерты яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы.

Сәғәт телдәре һигеҙҙе күрһәткәндә, клуб халыҡ менән шығырым тулып, ултырыу түгел, баҫып торорға ла урын ҡалмаған ине инде. Һәүәҫкәр артистар ҡуйған концерт алдынан ауылдаштар төшкән бәләкәй фильмдарҙы ҡарау күңелдәргә бик хуш килде һәм тамашаның көтөп алынған моментына әйләнде.
Нисек кенә сер итеп һаҡларға тырышмаһындар, байрамға ир-егеттәр ҙә кино төшөрә икән тигән хәбәр бер-нисә көн алда уҡ ауылда таралып өлгөргәйне инде. Шуға күрә, концертҡа килгән барлыҡ тамашасылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән фильмдың башланыуын көтөп алды.
Үҙ ауылдаштарының килештереп һәм дә оҡшатып кинола төшөп йөрөүе тамашасыға ныҡ оҡшаны. Был инде рәхмәттәр төшөргән икенсе видеояҙма, һәм быныһы тауышлы кино булды. Яратҡан комедиябыҙ "Операция "Ы"-ға пародияны ауылса, үҙебеҙсә итеп, бер-аҙ үҙгәртеп "Операция "Б" яһап, килешле итеп төшөрөп алдыҡ.
Кино ла, концерт та бик оҡшаны! Артистарҙың барыһына ла рәхмәт!

Зилә Лира.

https://vk.com/yeshlek_gazite?z=video-101898164_456239018%2F122c2bd7820fbb0a01%2Fpl_wall_-35065816







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға