«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" » Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

11.03.2016 Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

Яҡты йөҙлө, яҡшы уйлы, тоғро дуҫым!

Яңы конкурс иғлан итергә булдыҡ. Бәйгенең исеме «Минең Дуҫ­ҡайым» тип атала. Шарттары ябай һәм аңлайышлы: балаларығыҙҙың яратҡан кескәй дуҫтары – эттәр­е, бесәйҙәр­е, тутыйғош­тар­ы йәки башҡа йорт хайуандары менән төшкән фотоһын редакцияға ебәрергә кәрәк. Улар менән бергә уйнауы ла күңелле, ҡосаҡлашып тик ятыуы ла рәхәт, фотоға төшөрөүе лә еңел һәм ҡыҙыҡ – һүрәттәр һәр саҡ матур килеп сыға. Мотлаҡ фотограф та булыу кәрәкмәй, ҡиммәтле фотоаппарат та талап ителмәй. Бәйгелә ҡатнашырға теләк һәм ваҡыт булһа, шул етә.
Фотола кем, ҡайҙан һәм нисә йәшлек икәне яҙылырға тейеш. Шиғри юлдар менән биҙәп ебәрһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Еңеүселәр ай һайын билдәләнәсәк: «Бәйләнештә» иң күп тауыш йыйған фотоһүрәттең авторы телефонына 150 һум аҡса күсереләсәк. Иң шәп эштәр, әлбиттә, «Йәшлек» гәзите биттәрендә донъя күрәсәк.
Әйҙә, дуҫым, бәйгелә ҡатнаш һәм от!

Гәзитебеҙҙең 10-сы һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға