«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!



31.01.2016 Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!

Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!"Коммерсант ижад йорто" сайтында "Өфө ҡалаһы өсөн ниндәй һәйкәл кәрәк?" тигән hорау алыу бара. Унда Өфө воеводаһы Иван Нагой, яҙыусы Сергей Довлатов һәм Әхмәтзәки Вәлидине индергәндәр.
Белеүегеҙсә, Башҡортостан дәүләтселеге көрәше юлбашсыһына, милли батырыбыҙға, бөйөк ғалимға Өфө ҡалаһында һәйкәл юҡ. Дуҫтар, ошо сайтҡа инеп Вәлиди өсөн үҙебеҙҙең тауыштарыбыҙҙы ҡалдырайыҡ. Ул тауыштар Зәки Вәлидигә Өфө ҡалаһында һәйкәл кәрәк икәнен күрһәтәсәк.

Бөгөн 216 тауыш йыйылған. Зәки Вәлидине урыҫ воеводаһы Иван Нагой ҡыуып етеп килә. Был опроста Вәлиди еңеп сығырға тейеш!!! БЕРҘӘМЛЕКТӘ КӨС!!!

Тауыштарҙы бирер өсөн 1. Ссылка буйынса сайтҡа инеү http://www.kommersant.ru/poll/results?regionid=2
2. Унда һеҙ тауыш биргән һөҙөмтәләрҙе күрерһегеҙ.
3. Әгәр ҙә һеҙ компьютер аша инһәгеҙ, тауыш бирер өсөн төрлө варианттар һул яҡтан торасаҡ "Опрос"тигән яҙыу аҫтында. Шунда ЗӘКИ-ВӘЛИДИ ӨСӨН тип тауыш бирәһегеҙ!
4. Әгәр ҙә телефон аша инһәгеҙ, был тауыш биреү иң аҫта торасаҡ.

Берҙәмлектә көс !!!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға