«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йөйәк ауылында һәләкәт



21.01.2016 Йөйәк ауылында һәләкәт

Йөйәк ауылында һәләкәт20 ғинуарға ҡараған төн Белорет районы Йөйәк ауылы өсөн бик хәүефле үтте. Дауыл бер нисә өйҙөң өр-яңы, профилле ҡалай менән көпләүле өй баштарын алып ырғытты, ике этажлы ун һигеҙ квартиралы дүрт йорттоң береһенең ҡыйығы емерелде. Башҡа йорт ҡаралтылары ла емерелгән хужалыҡтар байтаҡ. Иң көслө ел Инйәр йылғаһының уң ярына тура килде, шуға күрә урта мәктәптең дә ҡыйығы ҙур зыян күрҙе. Бындай ғәрәсәт күптәнән булғаны юҡ ине...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға