«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәнйегет ауылында мәсет



10.01.2016 Йәнйегет ауылында мәсет

Йәнйегет ауылында мәсет Йәнйегет ауылында мәсет Былтыр йәйгеһен Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы халҡы берҙәмләшеп мәсет төҙөй башлауы тураһында хәбәр иткәйнек.

Йәйге селләнән һуң унда эштәр ҡыҙыулашҡан. Мәсеттең манараһының мөйөшлөктәрен Сибайҙан шәхси эшҡыуар Вил Мостафин әҙерләп биргән. Сентябрь айында ҡойма ҡуйылған, манараға ай эшләнгән.
Октябрҙа Сибайҙа йәшәүсе Ғәбит, Сажидә Ғәниевтар мәсеткә газ плитәһе алып биргән.

Йәнйегет ауылында мәсет Декабрь айында манара башына ай ҡуйылған.

Яңы йыл ялдарында Баймаҡ районы Йәнйегет ауылы йәштәре концерт ойошторҙо. Унан йыйылған 6 мең һумдан күберәк аҡса мәсет файҙаһына тотоноласаҡ. Сауабын насип итһен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға