«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өмөтбай ауылы яңылыҡтары



28.12.2015 Өмөтбай ауылы яңылыҡтары

Өмөтбай ауылы яңылыҡтарыӨмөтбай ауылы яңылыҡтары

Республикала ауыл биләмәләрендә Яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөү һәм баһалау мәле килеп етте. Һәр йылдағыса Баймаҡ районының Билал ауылы биләмәһе барыһынан да өлгөр булып сыҡты
Райхана Булатова


Өмөтбай ауылы яңылыҡтарыӨмөтбай ауылы яңылыҡтарыӨмөтбай ауыл клубына килгәндә тамам ҡараңғы төштө. Был ҡараңғыла нимә күрербеҙ инде тиһәк, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре беҙҙе әйҙүкләп клуб эсенә саҡырҙы. Клуб тышында эшләнгән боҙ һындарына ҡарап һоҡланып, эскә инәбеҙ. Ингәс тә беҙҙе ҡупшы шыршы ҡаршылай. Матур музыка. Әйлән - бәйлән уйнаусы маскалар, балалар. Ҡыш бабай (Зөфәр Сәғәҙәтов), Ҡарһылыу (Илмира Сәғәҙәтова), алып барыусы Әлфиә Сәғәҙәтова, ярҙамсылар Гөлсирә Ғүмәрова, Иштуған Биҡҡоловтар ҙа тырышлыҡ һалған, үҙҙәренсә матур итеп әҙерләнгән булып сыҡты. Шулай итеп абруйлы жюри ағзалары бер көн эсендә 15 урында булып, төрлө боҙ ҡаласыҡтар ҡарарға өлгөрҙө. Тағы ла бер тапҡыр халыҡтың әүҙемлегенә аптырап, ҡыуанып ҡайттыҡ. Әле урындар билдәләнмәне, номинациялар булдырылманы. Ул эште иртәгә комиссия ағзалары йыйылып билдәләйәсәкбеҙ. Ә бүләктәр һәр ауылда 30 декабрь үтәсәк бал-маскарадтарҙа бирәсәкбеҙ. Әйткәндәй, хөрмәтле Һәмән ауылы халҡы өсөн байрам бөгөн сәғәт 7-лә үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға