«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДАУ коридорында һыйыр



24.12.2015 БДАУ коридорында һыйыр

БДАУ коридорында һыйырБашҡорт дәүләт аграр университеты коридорында һыйыр йөрөп ята.

Быға һис тә аптырайһы түгел. Ни өсөн тигәндә университет ветеринария табиптарын да әҙерләп сығара икән. 4-се корпуста йыш ҡына кәзә-һарыҡтарҙы, һыйырҙарҙы күрергә мөмкин. Кешеләр бында эт-бесәйҙәрен алып килеп дауалай икән.

Әйткәндәй, аграр университетта бик ҡыҙыҡлы техника өлгөләрен дә күрергә мөмкин. Уларын һуңғараҡ күрһәтербеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға