«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшерен патрулдәр юлға сығасаҡ!



26.11.2015 Йәшерен патрулдәр юлға сығасаҡ!

Йәшерен патрулдәр юлға сығасаҡ!2016 йылда Рәсәйҙең Дәүләт автоинспекцияһы юлдарҙа йәшерен патруллек ойошторасаҡ. Быға тиклем инспекторҙар ҡыйығында ҡыҙыллы-күкле утлы СГУ люстраһын ялпылдатып, айырым төҫлө машинала тиҙлек үлсәгес радарҙар менән алыҫтан күренеп торһалар, хәҙер улар ябай машинаға ултырып йөрөй ала. Шуның менән хоҡуҡ һаҡлаусылар юлдарҙа агрессия кәмейәсәк, тәртип буласаҡ тип уйлай, тиҙлек арттырыусыларҙы, ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлап, язаларға ниәтләй.

Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, беҙҙә йәшерен патруллеккә барыһы ла әҙер. ЮХХДИшниктар әлегә тик өҫтән бойороҡ көтәләр.

Йәшерен патрулдәр тәүҙә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала барлыҡҡа киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға